Поздравительный текст на НИКАХ

DIYПоздравительный текст на НИКАХ

ПОЗДРАВЛЕНИЕ С НИКАХОМ НА РУССКОМ ЯЗЫКЕ

1. Примите поздравления
с этим важнейшим днём в вашей жизни!
Вы стали одним целым не только среди родственников и друзей,
но и перед Богом! Пусть ваш союз будет плодородным,
благополучным и крепким!

2. Примите поздравления с Никахом!
Светлого вам пути, рука об руку.
Понимания, кротости, внимания, заботы,
любви и приятия мнений и сторон друг друга.
Достойной жизни, искренних чувств и крепкого здоровья.
Полного уютом и теплом дома,
улыбок и прекрасных отношений!

3. В любви жить и не печалиться никогда,
чтобы никакие проблемы не омрачали дни.
Пусть мир и понимание царит в каждом уголке,
а улыбки и теплые слова заставляют сердце биться чаще.
С Никахом!

4. Примите поздравления с Никахом!
Прекрасной жизни в радости и достатке.
Взаимопонимания, уважения и большой любви.
Пусть тёплыми и хорошими будут ваши отношения,
сохраняя восторг и притяжение!

ПОЗДРАВЛЕНИЕ С НИКАХОМ НА БАШКИРСКОМ ЯЗЫКЕ

1. Законлы никахтары менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ.
Йәш ғаиләгә донъя мәшәҡәттәренә баш эймәй,
пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп,
шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Бер-берегеҙгә терәк булып,
һөйөү ялҡындарығыҙҙы һүндермәйсә татыу ғүмер итергә яҙһын.
Туйҙа яуған теләктәрҙе аҡлап, мул, бәхетле тормошта йәшәгеҙ.

2. Законлы никахтары уңайынан ихлас ҡотлап, изге теләктәребеҙҙе
еткерәбеҙ. Меңдәр араһынан табышып ҡауышҡанһығыҙ икән,
һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, йәшәү йәмен тойоп, бәхетле ғүмер
кисерегеҙ. Бер-берегеҙҙе һаҡлап, ихтирам итеп, барыбыҙҙы
һоҡландырып йәшәгеҙ. Бергә үтер юлығыҙ яңы яуған ҡарҙай аҡ,
мөхәббәтегеҙ ынйылай саф, хыялдарығыҙ ҡанатлы ҡош булһын.
Күңелегеҙҙе һәр саҡ һөйөү уты йылытһын, йөҙөгөҙ бәхет нурынан
балҡыһын. Изге хистәргә ҡоролған ғаиләгеҙ ырыҫлы, татыу булһын.

3. Законлы никахтары айҡанлы ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлеләребеҙгә алдағы тормош юлында ҡоростай ныҡлы һаулыҡ,
аҡ бәхеттәр, оҙон ғүмер, бер-берегеҙгә булған ҡайнар мөхәббәтегеҙҙе
һүрелдермәй, пар күгәрсендәр кеүек гөрләшеп, ата-әсәйегеҙҙе
ҡыуандырып, туғандарығыҙҙы ихтирам итеп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Тыуыр таңдарығыҙ – аяҙ, көндәрегеҙ – ҡояшлы, төндәрегеҙ – айлы,
мөхәббәтегеҙ – ҡайнар, үтер юлдарығыҙ – һикәлтәһеҙ,
ҡорған ғаиләгеҙ татыу, ырыҫлы булһын!

4. Һөйөклөләребеҙҙе
яңы тормошҡа аяҡ баҫыуҙары айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Был көн күңел түрегеҙҙә ғүмер буйы иң матур мәл булып һаҡланһын.
Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош һынауҙарына бирешмәй,
бер-берегеҙҙе яратып, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын.
Тыуыр таңдарығыҙ яҡты, ҡулға-ҡул тотоношоп үтер юлдарығыҙ уң,
оҙон, мөхәббәтле булһын!

5. Бөгөн һеҙҙең йәшлек миҙгелендә, ғүмер юлында, бер генә була торған
иң шатлыҡлы, иң бәхетле, һоҡландырғыс көнөгөҙ. Ошо тәүге матур ғаилә
байрамығыҙ менән ҡотлап, һеҙгә пар аҡҡоштарға хас тигеҙ мөхәббәт
теләйбеҙ. Былбылдар кеүек һайрашып, күгәрсендәй гөрләшеп, бер-берегеҙҙе
ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлап, оҙон-оҙаҡ татыу һәм бәхетле йәшәгеҙ.
Баш осондағы күк йөҙө аяҙ, зәңгәр булһын, бер-берегеҙҙе яратып,
хөрмәтләп оҙаҡ ғүмер итергә, ҡартлыҡ көнөгөҙгә тиклем шатланып,
шау-гөр килеп йәшәргә яҙһын. Өйөгөҙҙә йәмләп, мөхәббәтегеҙҙең татлы
емештәре булып, бер-бер артлы ул һәм ҡыҙҙарығыҙ тыуып торһон.

ПОЗДРАВЛЕНИЕ С НИКАХОМ НА ТАТАРСКОМ ЯЗЫКЕ

1. Сезне чын күңелдән яңа тормышка аяк басуыгыз белән,
законлы никахыгыз белән тәбрик итәбез.
Бүгенге көнегез гүзәл, киләчәгегез тагын да гүзәлерәк, йөзегез кояштай
нурлы, бәхет касәгез тулы, тормышыгыз матур җырларга тиң булсын.
Йөргән юлларыгызны бәхет кояшы, сөю йолдызы яктыртсын,
һәр туар таңнар иртәсе сезгә бәхет,
шатлык алып килсен, йөрәгегездә мәхәббәт ялкыны
мәңге сүнмәсен һәм сүрелмәсен.

2. Туй көннәре — иң шатлыклы көннәр,
Алда өмет, бәхет, мәхәббәт.
Түкми, чәчми гомер буйларына
Илтә торган изге бәрәкәт.
Бәхет кошы кунсын өегезгә,
Сөенсеннәр әти-әниләр.
Үзегезгә охшап тәүфыйклары белән
Тупырдашып үссен бәбиләр!

3. Олы юлга сез чыгасыз бүген —
Бергә кушып ике йөрәкне.
Юл алдыннан әйтеп калыйк әле
Чын күңелдән изге теләкне.
Бал-май кебек татлы, затлы сүзләр
Кызганмасын тәмле телегез.
Бүген икәү бергә булган кебек,
Мәңге-мәңге бергә булыгыз!